Ҡыҙҙар, шундай ҡыҙҙар... "Ашыҡма" йырына пародия аша һеҙгә бер йыш ҡына осраған проблеманы һүрәтләргә булдым 😂😉
Дуҫтарыңа ебәрергә онотма 😌
.
Ете-медиа, RNT, Рөстәм Ағай Ғиззәтуллин, һеҙгә мине был йырға илһамландырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт 😉
Бына хәҙер клипта ысынлап та легенда ҡатнашты, ахах ✊💁♂️
.
Йыр һүҙҙәре, видео, монтаж: @azamat_nokta_ru
Сведение, мастеринг : Динар Даминов
Микрофон, камера : IPhone 8plus
.
Аҡса бөтә, өйҙә бер ни юҡ ашарға ,
Ҡатын эшһеҙ ята, ботон текә күтәреп һауаға,
Төкөрә түшәмгә, күреп төштәрен түшәктә,
Һәр тинемде һанай, ә мин эшләп йөрөйөм ишәктәй.
Ишектәр биш меңгә, кешегә һатам кишер көн дә,
Йыям шешә, янғын ишеү һүндерәм төндә йөрөп төтөндә.
Үлә яҙып, тирләп яҙын, мин хыр ҙа пыр эшләнем ун мең,
Ә кәләш алды минән аҡса, бөтөрөп уны...
Ҡашына! Ҡашына! Был уй нисек етте һуң уның башына!
Машина! Машина! Тәгәрмәстәр алып була бер ҡаш хаҡына.
Һуңғы ваҡытта ҡатын уйлай килолары тураһында.
Һанаһа ла хатта каллорий, ултырмай диетаға,
Тренажёрға аҡса һорай был, гербалайфтарын таптыра,
Бәтәш, кәләш, кәңәш кәрәкме, бәлеште ташла, тыңла бында...
Ашама, ашама, был донъяларға һыям тиһәң ашама
Ташыма "Ашан"дан, "Ашан"дан тоҡлап аш-һыуҙарҙы ташыма.
Ашама, ашама, ыштаның йыртылмаһын өсөн ашама
Ташыма "Ашан"дан, "Ашан"дан тоҡлап аш-һыуҙарҙы ташыма.
![](https://i.ytimg.com/vi/aiIqiij5Yp8/maxresdefault.jpg)