Радик Динәхмәтов - Хуш инде, туғайым
(Нур Даутов муз. Баян Ҡотлоев һүҙ.)
Эй, турғайым, киң туғайым,
Аҡ сәскәле юлдарың.
Аҡ сәскәләр кеүек ҡалды
Беҙҙең йәшлек йылдары.
Хуш инде туғайым,
Йылда ҡайт турғайым.
Тағы ла, ояға, тирәккә.
Тыуған яҡ туғайы,
Һауала турғайы,
Моңдары һыҙыла йөрәккә.
Эй, турғайым, туғайымды,
Төштәремдә буйланым.
Моңдарыңды изге уйға,
Ҡайтыр юлға юраным.
Хуш инде туғайым,
Йылда ҡайт турғайым.
Тағы ла, ояға, тирәккә.
Тыуған яҡ туғайы,
Һауала турғайы,
Моңдары һыҙыла йөрәккә.
Эй, турғайым, күңелемдә
Мәңге йәшәр туғайым.
Ҡабат саҡыр йәшлегемә,
Һайра-һайра турғайым.
Хуш инде туғайым,
Йылда ҡайт турғайым.
Тағы ла, ояға, тирәккә.
Тыуған яҡ туғайы,
Һауала турғайы,
Моңдары һыҙыла йөрәккә.
![](https://i.ytimg.com/vi/l3GJKiVjqNk/maxresdefault.jpg)