Гөлдәр Ишҡыуатова - Уятыр моңом булып кил
(Г. Ҡотоева һүҙ., Г. Ишҡыуатова муз.)
Йырланыр йырым булып кил,
Йәнем, ҡарлы бурандарҙан.
Әллә ниндәй шомло тынлыҡ,
Беҙҙең йөрөр урамдарҙа,
Беҙҙең йөрөр урамдарҙа,
Уятыр моңом булып кил,
Татлы йоҡоларҙан, иркәм.
Таң йондоҙон тетрәтермен,
Был йырым менән, иртән.
Уятыр моңом булып кил!
Күрешергә юраһам да
Килмәҫһеңдер инде бер ҙә,
Хыяллым булып ҡалаһың
Һине таба алмаҫ ерҙә.
Һине таба алмаҫ ерҙә.
Уятыр моңом булып кил,
Татлы йоҡоларҙан, иркәм.
Таң йондоҙон тетрәтермен,
Был йырым менән, иртән.
Уятыр моңом булып кил!
Балҡыр ҡояшым булып кил,
Яҡтырт ғүмерем таңдарын.
Йылытҡанда, йырлатҡанда,
Һөйөү икәнен аңларһың.
Һөйөү икәнен аңларһың.
Уятыр моңом булып кил,
Татлы йоҡоларҙан, иркәм.
Таң йондоҙон тетрәтермен,
Был йырым менән, иртән.
Уятыр моңом булып кил!
#башҡортэстрадаһы# #башҡортэстрадайондоҙҙары# #звездыбашкирскойэстрады#
Ещё видео!